04:30 (UTC+5), 22 Июня 2018

Республикала иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын тәбрикләйҙәр

Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан ҡалаларында һәм тораҡ пункттарында иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларын тәбрикләйҙәр. Мәләүездә традицион Медалистар балына Ҡала мәҙәниәт һарайына уҡыу алдынғыларын ғына түгел, төрлө конкурстар һәм ярыштар еңеүселәрен саҡырҙылар.
2018 йылда 11-се класты 342 уҡыусы тамамланы, уларҙан 71-е айырым өлгөлө миҙалдар менән билдәләнде. Сығарылыш уҡыусыларының ҡаҙаныштары араһында – муниципаль, республика, төбәк һәм бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конкурстарында еңеүҙәр, йәмәғәт тормошонда ҡатнашыу, тип хәбәр иттеләр Мәләүез районының мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Мәктәпте тамамлаусыларҙы уларҙың торомошондағы мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Таһир Ғиззәтуллин ҡотланы.
«Ошо наградалар – сығарылыш уҡыусыларының ғына түгел, шулай уҡ уларҙың уҡытыусыларының һәм ата-әсәләренәң эш күрһәткесе. Һәр ҡайһығыҙ өсөн миҙал артабанғы профессиональ карьерағыҙҙа тәүге аҙым булһын. Һәр ҡайһығыҙға һайлаған уҡыу йортона инеүҙә уңыштар, яңы маҡсаттар һәм уларҙың тормошҡа ашыуын теләйем», – тип мөрәжәғәт итте сығарылыш уҡыусыларына Таһир Ғиззәтуллин.
Сара концерт программаһы менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1176791-v-bashkirii-chestvuyut-luchshikh-vypusknikov-shkol/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика