13:55 (UTC+5), 22 Июня 2018

Башҡортостанда халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнергә рәсми рөхсәт бирелде

Depositphotos.com
Depositphotos.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеү өсөн рөхсәт биреү тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, ул биш йылға иҫәпләнгән, ғәмәлдән сыҡҡас, рөхсәтте оҙайтырға мөмкин. Дауалау менән төбәк биләмәһендә генә шөғөлләнергә була. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән табиптар республикала үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алмай. Уларҙың Башҡортостандан ситтә бирелгән рөхсәт ҡағыҙҙары бында яраҡһыҙ.
Рөхсәт алыу өсөн ғариза тултырырға, медицина белемен раҫлаған (әгәр булһа) документтар, медицина эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия (булһа) күсермәләрен һәм медицина профессиональ коммерцияға ҡарамаған йәки медицина ойошмаһынан күрһәтмә һалырға кәрәк.
Әгәр кеше дауаларға теләй, ләкин уның махсус медицина белеме юҡ икән, ул эшмәкәрлеген табип күҙәтеүе аҫтында алып барырға тейеш. Бының өсөн ул медицина ойошмалары, шәхси медицина практикаһы менән шөғөлләнгән табиптар менән килешеү төҙөй ала.
Халыҡ табибы ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешене дауалар алдынан уның яҙма ризалығын алырға бурыслы.
Бынан тыш, табиптарға күмәк кешеләргә сеанстар үткәреү тыйыла. Документ менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1176665-v-bashkirii-ofitsialno-razreshili-zanimatsya-narodnoy-meditsinoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика