11:02 (UTC+5), 21 Июня 2018

Республикала 25 уҡыусы рус теленән 100 балл йыйған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова /. 6 июндә уҙған рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Башҡортостанда был фәнде 18 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, быйыл бер юлы 25 уҡыусы максималь балл йыйыуға өлгәште. Уларҙың һигеҙе — Өфө мәктәптәренән, ҡалғандары Күмертау, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Асҡын, Благовещен, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы һәм Өфө райондарынан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығынан.
Былтыр республикала 32 уҡыусы 100 балға яҙғайны.
Шулай итеп, бер нисә имтихан биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 100 баллыҡ 48 эш бар. Информатика буйынса — 9 кеше, география — 2, профилле математика — 3, тарих — 3, химия — 6 һәм рус теленән — 25.
Быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Был мәктәптә әле йөҙ балл йыйған дүрт уҡыусы бар. Улар — Эльдар Сакаев (информатика), Шамил Әхтәмов (химия), Ислам Сундуков (профилле математика), Алина Нотфуллина (рус теле).
http://www.bashinform.ru/news/1176134-v-bashkirii-nabrali-100-ballov-po-russkomu-yazyku-srazu-25-vypusknikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика