12:15 (UTC+5), 21 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов социаль өлкә учреждениеларында аутсорсинг ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль өлкә учреждениеларында аутсорсинг ойоштороу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Социаль өлкәгә аутсорсинг индереү изге ниәттәрҙе күҙ уңында тотто, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Атап әйткәндә, учреждениеларҙы уларға хас булмаған функцияларҙа азат итеү, көстө төп эшмәкәрлеккә йүнәлтеү мөмкинлеген биреү, шулай уҡ профессионалдарҙы, махсуслаштырылған ойошмаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә хеҙмәттәр сифатын күтәреү күҙалланды.
– Мәктәп директоры йәки уның урынбаҫары ҡайҙан картуф, швабра алырға, иҙән йыуыу өсөн ҡайҙан химикаттар табырға тип баш ватырға тейеш түгел, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы ошондай эш форматына – 2012 йылда, мәғариф системаһы – 2016, мәҙәниәт учреждениелары 2017 йылда күсте, ә социаль яҡлау өлкәһе быйылдан башлай.
– Мин туҡланыу, биналарҙы йыйыштырыу, һаҡ функцияларын тапшырыу һәр ерҙә лайыҡлы, яҡшы һөҙөмтәләр менән үтмәүе тураһында бик күп хаттар алам. Хаталар бар, Хөкүмәтебеҙ тарафынан уйланылған эшкә аяҡ салыу бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мин мәктәптәрҙең директорҙар корпусы, баш табиптар менән осрашҡанда ошо мәсьәләне тикшерҙем. Ҡайһы бер учреждениеларҙа туҡланыу сифаты насарайыуын күрәм, ҡайһы бер профилле булмаған функцияларҙы икенсе ойошмаларға тапшырыу һөҙөмтәһендә башҡа ҡатмарлыҡтар, проблемалар килеп тыуҙы. Аҡсаны ла аҙ бүлә башланылар. Хәҙер ошо йәһәттән беҙҙең мәктәптәргә, учреждениеларға эшләгән структуралар аҙыраҡ аҡса ала. Халыҡ зарлана. Бер һүҙ менән әйткәндә, унда ла проблемалар бар.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, был өлкәлә конкуренцияның булмауы ла аутсорсингка күсеүҙе ҡатмарлаштыра. Әйтәйек, ауыл ерендә берҙән-бер тәьминәтсе үҙенең шарттарын ҡуя.
Башҡортостан Башлығы үҙенең ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте аутсорсинг менән бәйле хәлде тотороҡландырыу һәм төҙәтеү буйынса сараларҙы ҡарауын хәбәр итте. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе менән ошо йәһәттән эште яйға һалыу өсөн мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, социаль өлкәгә өҫтәмә рәүештә 1,3 миллиард һум бүлеү тураһында килешелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1176450-rustem-khamitov-provyel-soveshchanie-po-organizatsii-autsorsinga-v-uchrezhdeniyakh-sotsialnoy-sfery/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика