16:28 (UTC+5), 21 Июнь 2018

Башҡортостанда туғандары һәм тәрбиәгә алған ата-әсәһе баш тартҡан сирле ҡыҙ вафат булған

ӨФӨ, 2018 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда «Беҙҙең балалар» хәйриә фондының кескәй тәрбиәләнеүсеһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Ауыр яҙмышлы ҡыҙыҡай хаҡында алдан яҙғайныҡ инде.
Лиана Даун синдромы менән тыуған, әсәһе бала табыу йортонда уҡ унан баш тартҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң сабыйҙы бер ғаилә тәрбиәгә алған, һәм барыһы ла яҡшы булырға тейеш кеүек ине, ләкин яңы бәлә һағалап торған икән. Уға лейкоздың ауыр формаһы тигән диагноз ҡуйыла, былай ҙа һаулығы шәптән булмаған ҡыҙыҡайҙың сире көсәйә генә. Яңы ата-әсә яҙмыш һынауына ҡаршы тора алмай, баланы дауаханаға химия терапияһында ҡалдырып китә.
Онкогематология бүлексәһендә ҡыҙыҡайҙы «Беҙҙең балалар» һәм «Юғалтыуҙар юҡ» фондтары бала ҡараусылары тәрбиәләп тора. Табиптар бер нисә ай дауаланғандан һуң Лиананың һауығыуын фаразлай. Ләкин ауырыу көслөрәк булып сыға, ул ике йәшкә тиклем дә йәшәмәй.
«Күпселек «ҡояшлы» балалар кеүек, Лиана бик яғымлы ҡыҙыҡай ине, кешеләргә тартылды, — тип һөйләйҙәр уның хаҡында фондта. — Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — әгәр эргәһендә бер кем дә булмаһа, уның һуңғы көндәре һәм сәғәттәре ниндәй ауыр булыр ине. Беҙ Лиана өсөн бала ҡараусыларҙың эшенә түләргә ярҙам иткәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән ҡыҙыҡай һуңғы көнөнә тиклем хәстәрлекле ҡулдарҙа булды».
http://www.bashinform.ru/news/1176417-v-bashkirii-skonchalas-bolnaya-devochka-broshennaya-rodnymi-i-priemnymi-roditelyami-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика