07:25 (UTC+5), 20 Июня 2018

Шүлгәнташ мәмерйәһе - Рәсәйҙә иң матур бишәү иҫәбендә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе Рәсәй биләмәһендә ҙур танылыу алған һәм матур биш мәмерйә рейтингына инде, тип хәбәр итә РИА Новости.
Мәмерйәнең атамаһы «таш» һәм «шүлгән» («юҡҡа сыҡҡан») һүҙҙәренән алынған. Мәмерйәгә ингән урында һул яҡтан – Зәңгәр күлдән ер аҫты йылғаһы Шүлгән ағып сыға. Ул Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгәнташ мәмерйәһе донъяла палеолит осоро рәсемдәре менән танылыу яуланы. Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙең йәше - яҡынса 14-14,5 мең йыл.
Рейтингтағы ике мәмерйә – Сочиҙа. Ахштыр мәмерйәһе Адлерҙа һәм Сочиҙа иң мөһим мәмерйә һанала. Уға өлкән кеше лә, бала барып етә ала, мәмерйә Мзымта өҫтөндәге ҡаяла урынлашҡан. Мәмерйәнең үҙенә ҡая менән упҡын араһындағы тар һуҡмаҡтан барырға мөмкин.
Воронцов мәмерйәләре системаһы — миллиондарса йыл элек элек тәбиғәт тыуҙырған ер аҫты мөғжизәһе ул. Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм матурлығы Сочиға ял итергә килгән бик күп туристарҙы йәлеп итә. Мәмерйәләр Хостинский районында урынлашҡан, хәҙер уларға теләге булған һәр кем бара ала. Комплекстың исеме эргәләге Воронцовка ауылынан алынған.
Хакасиялағы Кашкулакск мәмерйәһе (Ҡара Иблес мәмерйәһе) шамандарҙың культ урыны ролендә сығыш яһаған, улар унда нәҫел-ырыуҙы дауам итеү һәм уңдырышлылыҡ символы булған сталагмитҡа табынған, шулай уҡ ҡорбан килтергән. Хәҙер мәмерйәгә экскурсия менән барырға мөмкин.
Көнгөр мәмерйәһе Пермь крайында урынлашҡан. Уның өҫкө өлөшө боҙ ҡатламы, бәҫ менән ҡапланған. Ғалимдар баһалауынса, боҙ ҡатламдарының йәше — яҡынса 10 мең йыл.
http://www.bashinform.ru/news/1175383-shulgan-tash-voshla-v-top-5-samykh-krasivykh-peshcher-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика