08:35 (UTC+5), 20 Июня 2018

Июль башында ниндәй диңгеҙгә барырға: ялдың иң арзан йүнәлештәре билдәләнде

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Туроператорҙар ассоциацияһының аналитика хеҙмәте июль башында диңгеҙҙә ял итеүҙең иң арзан йүнәлештәрен билдәләне. Эксперттар ҙур һорау менән файҙаланған Төркиә, Греция, Кипр, Испания, Италия, Болгария, Черногория, Таиланд, Тунис, Анапа, Ҡырым, Сочи йүнәлештәре буйынса 6 июлдә Мәскәүҙән осош менән ике өлкән кешегә бер аҙналыҡ пляж турына хаҡтарҙы тикшерҙе.
Тәүге урындарҙа — Сочи һәм Ҡырым, улар йәйге миҙгелдә иң осһоҙ пляж йүнәлештәре булыуын дауам итә. Өҫтәүенә Ҡырым — июлдә уртаса хаҡы төшкән берҙән-бер эске йүнәлеш (июнь аҙағы менән сағыштырғанда 8 меңгә аҙыраҡ). Сочиҙа турҙың уртаса хаҡы 5 меңгә артҡан. Һөҙөмтәлә Сочиға авиаосош менән ике кешегә пакет пляж туры 22 676 һум тора; Ҡырымға — 23-24 мең һум самаһы; өсөнсө урында — Болгария (29 мең һум), дүртенселә — Анапа, был курортҡа хаҡтарҙың түбәнге планкаһы яҡынса 10 меңгә артҡан һәм хәҙер ике кешегә 30 770 һум тәшкил итә. Бишенсе баҫҡыста — Греция (35 140 һум). Артабан Төркиә (39, 8 мең һум), Кипр (45 185 һум), Черногория (46 600 һум), Таиланд (60 925 һум) һәм Тунис (66 392 һум) килә. Италияла ике кешелек минималь ял итеү хаҡы әлегә 67 659 һум тәшкил итә, ә Испанияға 80 365 һум тора.
http://www.bashinform.ru/news/1175345-samye-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика