03:50 (UTC+5), 20 Июнь 2018

Был аҙнала Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үтә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәктәпте тамамлаусылар тормошонда иң көтөп алған ваҡиғаға тиклем ни бары өс көн ҡалды. Белем алыу тураһында аттестация тапшырыу тантанаһы 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн 23-26 июндә үтә.
Сығарылыш кисәләре ғәҙәттәгесә уҡыу йорттарында, шулай уҡ мәктәптән ситтә лә уҙа: мәҫәлән, мәҙәниәт учреждениеларында. Ул тамаша залында урындар етмәү йәки уның ғөмүмән булмауы менән бәйле. Сығарылыш кисәләрен уҙғарған саҡта бөтә ерҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда сығарылыш кисәләре 18 меңдән ашыу 11-се һәм 42,6 мең туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн була.
http://www.bashinform.ru/news/1175277-na-etoy-nedele-v-shkolakh-bashkirii-proydut-vypusknye-vechera-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика