04:30 (UTC+5), 19 Июня 2018

Профиль кимәлендәге математика, химия һәм тарих буйынса яңы йөҙ балға яҙған уҡыусылар: улар Башҡортостандың ниндәй мәктәбенән һәм ҡалаһынан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 12 йөҙ балға тапшырған уҡыусы – был Башҡортостанда профиль кимәлендәге математика, химия һәм тарих буйынса тағы өс имтихан һөҙөмтәләре. Дөйөм алғанда, республиканың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, профиль кимәлендәге математика буйынса уртаса балл былтырғыға ҡарағанда юғары. Бынан тыш, был фән буйынса өс уҡыусы йөҙ балға тапшырған. Өфөләге өс дөйөм белем биреү йортоноң: 93-сө гимназия һәм 96-сы лицей, шулай уҡ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өс сығарылыш уҡыусыһы һынауҙарҙы кәмселекһеҙ үтә алған. Әйткәндәй, былтыр республикала профиль кимәлендәге математика буйынса тик бер ҡатнашыусы ғына юғары балл йыйған.
Шулай уҡ тарих буйынса ла өс йөҙ балл һөҙөмтәһе, ул - Күмертау, Октябрьский һәм Өфө уҡыусыларында.
Химия буйынса алты ҡатнашыусы 100 балл йыйған. Уларҙың бишәүһе Өфөнән, бер уҡыусы Күмертау ҡалаһынан. Был һөҙөмтәләр шулай уҡ былтырғыларҙан яҡшыраҡ: уҙған йыл химия һәм тарих буйынса берешәр кеше йөҙ балға яҙғайны.
Шул рәүешле, әлегә республикала 23 уҡыусы: туғыҙы – информатика буйынса, икәүһе – география буйынса, өсөшәр – профиль кимәлендәге математика һәм тарих буйынса, алтауһы химия буйынса иң юғары балл алған.
http://www.bashinform.ru/news/1174787-novye-stoballniki-po-profilnoy-matematike-khimii-i-istorii-iz-kakikh-oni-shkol-i-gorodov-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика