09:29 (UTC+5), 19 Июня 2018

Башҡортостанда нефтсе һыуға батып барған оло йәштәге ҡатынды ҡотҡарған

Яңауыл таңдары
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.Яңауыл районының Ирдуған ауылында оло йәштәге ҡатындың ялы саҡ фажиғә менән тамамланмаған. Байрамдарҙан һуң пенсионер ҡатын ауыл уртаһында урынлашҡан өйөнән сыҡҡас үҙен ҡапыл насар тоя башлай — ҡан баҫымы күтәрелә. Бисара күлгә ҡолай һәм бата башлай. Ошо ваҡытта иптәше менән скважиналарҙы тикшерергә йүнәлгән нефтсе Руслан Имаев эргәнән үтеп барған була. Ир күп уйлап тормай — һыуға ташлана.
«Инәйҙе һыуҙан тартып сығарғас, улар иптәше менән ауыл фельдшерын саҡыра, ләкин уның хәле ауыр була. Тиҙ ярҙамға шылтыратырға тура килә. Ҡатынды реанимацияға һалып, уны ҡотҡарыу өсөн бөтә саралар күрелә. Әле зыян күреүсе үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегенә күсерелгән, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана», — тип яҙа «Яңауыл таңдары»
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, ҡатын гипертоиния менән яфалана, быға тиклем дә баш әйләнеүе күҙәтелгән. Ә Руслан үҙен герой тип иҫәпләмәй. Минең урынымда булған һәр кем шулай эшләр ине, ти ул.
http://www.bashinform.ru/news/1174855-v-bashkirii-neftyanik-spas-tonushchuyu-v-ozere-pozhiluyu-zhenshchinu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика