10:55 (UTC+5), 18 Июнь 2018

Роспотребнадзор Европаның 28 илендә ҡыҙылса сиренең таралыуы хаҡында иҫкәртә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Роспотребнадзор) Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 2018 йылда донъяның бер нисә төбәгендә ҡыҙылса буйынса эпидемиологик тынысһыҙлыҡ теркәлгән. Европала был сирҙең 28 илдә таралыуы күҙәтелә — инфекцияны урында тапшырыу осраҡтары 76% тәшкил итә.
Украиналағы хәл ведомствола айырыуса хәүеф тыуҙыра, 2017 йылда унда сир күрһәткесе 2016 йылғы кимәлдән 70 тапҡырға артып киткән. Өҫтәүенә ҡыҙылсанан һуң өҙлөгөү арҡаһында 11 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ағымдағы йылда Львов, Карпат аръяғы, Ивано-Франковск, Одесса, Черновицкая өлкәләрендә, Киевта бик күп осраҡтар теркәлә. Инфекция таралыуының төп сәбәбе – халыҡтың ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатмауы.
Бынан тыш, Аргентинала, Бразилияла, Колумбияла, Эквадорҙа, Мексикала, Перуҙа, шулай уҡ Канадала һәм АҠШ-та ауырыу сығанаҡтары теркәлгән.
2018 йылда инфекцияның таралыуы дауам итә: ҡыҙылсаның 900-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, бер нисә тиҫтә үлем осраҡтары тураһында мәғлүмәттәр бар. Ансоатеги, Боливар, Дельта-Амакуро, Монагас, Сули штаттарында сирлеләр бик күп.
Роспотребнадзор белдереүенсә, ҡыҙылсаны берҙән-бер һөҙөмтәле иҫкәртеү сараһы – вакцинация, шуға күрә прививка яһатмаған һәм быға тиклем ҡыҙылса менән сирләмәгән кешеләргә сәфәргә сығырҙан 14 көн алдараҡ прививка эшләтергә кәңәш ителә.
Башҡортостанда 2016-2017 йылдарҙа бер ауырыу осрағы теркәлгән, йәғни республикала ҡыҙылса буйынса эпидемиологик хәл имен тип баһалана. Төбәктә халыҡтың йоғошло сирҙәргә ҡаршы прививка яһатыу кимәле ярайһы уҡ юғары һәм 95-98% тәшкил итә. Шул арҡала ҡыҙылса, эпидемик паротит, дифтерия, быума йүтәл, һын ҡатыу менән сирләү кәмегән, сәсәк ауырыуы бөтөрөлгән.
Ҡыҙылса тураһында һөйләгәндә, шуны белергә кәрәк: һәр кем 35 йәшкә тиклем ошо сиргә ҡаршы ике прививка яһатырға тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәре йәшенә ҡарамай прививка эшләтә. Кәрәкле прививкалар схемаһын алыу өсөн йәшәгән урын буйынса терапевтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1174372-rospotrebnadzor-preduprezhdaet-o-rasprostranenii-kori-v-28-stranakh-evropy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика