05:40 (UTC+5), 18 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов: «Халыҡ Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең асылыуын көтә»

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе яңыртыу барышы менән танышты. Төҙөүселәр әйтеүенсә, объектта эштәр тәүлек әйләнәһенә бара, уларҙы июлдең 20-һендә тамамлау күҙаллана.
Күперҙе файҙаланыуға тапшырғандан һуң уны тулыһынса тикшерергә һәм уның хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыуға йүнәлтелгән өҫтәмә эштәрҙе башҡарырға кәрәк, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. Улар иҫәбендә – таяу ҡоролмаларын коррозияға ҡаршы эшкәртеү, күпергә йөкләмәне кәметеү өсөн суйын яндауырҙарын еңелерәктәргә алмаштырыу һәм башҡалар.
- Кешеләр был күперҙе серек, уның буйлап йәйәү генә йөрөргә мөмкин тип күҙ алдына килтерә, – тине республика Башлығы. – Юҡ, уны еренә еткереп эшләгәндә, унан машинала йөрөргә була. Гарантия ике йылға түгел, ә кәмендә өс-биш йылға булырға тейеш.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, таяуҙарҙы яңыртыу менән бер рәттән объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын һуҙмаҫ өсөн асфальт ҡатламын ремонтлау буйынса эштәрҙе башларға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Ағиҙел күперен хеҙмәтләндергән һәм шундай хәлгә юл ҡуйған ойошманың эшен тәнҡитләне.
- Бының өсөн кем яуап бирә? Ни өсөн һеҙ тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә мең кешене тығында торорға мәжбүр итәһегеҙ? Тәүҙә күперҙе шундай хәлгә килтерҙегеҙ, һуңынан батырҙарса көрәшәһегеҙ, – тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. – Эштәрҙе бер ваҡытта алып барығыҙ. Һәр көн ҡәҙерле. Халыҡ күперҙең асылыуын көтә.
1 из 5
http://www.bashinform.ru/news/1174075-rustem-khamitov-lyudi-zhdut-kogda-otkroetsya-belskiy-most/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика