08:27 (UTC+5), 14 Июня 2018

Башҡортостанда халыҡ-ара тау ультрамарафоны 180-дән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Көньяҡ Урал биләмәһендә, Башҡортостандың Белорет һәм Әбйәлил райондарында, 9-12 июндә TransUral халыҡ-ара күп көнлөк тау ультрамарафоны уҙҙы. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатнашыусылар дүрт көн эсендә ҡыҙыҡлы тау маршруттары буйлап һалынған арауыҡты артылды.
«Был бик ҙур һәм иҫ киткес һоҡланғыс этап булды. Уҙыштың һәр көнө бер-береһен ҡабатламаны — урындар, тауҙар, тупраҡ, үҫемлектәр алмашынды, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. — Көньяҡ этаптың 180-дән ашыу ҡатнашыусыһы Ҡырҡтытау һырты, Ямантау (719 метр), Уралтау һыртының иң юғары нөктәһе, Көркәк тауы (1008,8 метр) һәм Ҡыраҡа һырты, Әрүәк-Рәз тауы (1068 м) буйлап 140 саҡрым самаһы ер үтте».
Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген Белорет ҡалаһы, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары тәьмин итте. Ҡотҡарыусылар дүрт көн буйына дежурлыҡ ойошторҙо һәм квадроциклда маршруттың иң ҡатмарлы участкаларын йөрөп сыҡты. Улар һәр минутта тәүге ярҙам күрһәтергә әҙер ине. Ультрамарафонда ҡатнашыусыларға ярҙам талап ителмәне, тип билдәләнә.
TransUral 2.0 — яңы дүрт йыллыҡ серияның башы, Рәсәйҙәге иң ҙур күп көнлөк тау ультрамарафонының яңы бүлеге. Дүрт йылда ҡатнашыусылар Көньяҡ, Урта, Төньяҡ һәм Поляр түңәрәк тирәһендәге Уралды яуларға ниәтләй.
http://www.bashinform.ru/news/1173451-mezhdunarodnyy-gornyy-ultramarafon-v-bashkirii-sobral-bolee-180-uchastnikov/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика