11:11 (UTC+5), 13 Июня 2018

Республиканың баш ҡалаһында «хәләл» кафеларын тикшереү башланды

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты хеҙмәткәрҙәренең баш ҡалалағы «хәләл» дөйөм туҡланыу урындары һәм магазиндары буйлап ризыҡтың ислам ҡанундары буйынса әҙерләнгәнен һәм мосолманға ашарға ярамаған (сусҡа ите, үле мал ите, ҡан) компонеттары юҡлығын раҫлаған сертификаттары булыу-булмауға тикшереү рейдтары старт алды.
Әлеге ваҡытта республикала хәләл аҙыҡ-түлек етештереү арта, был ҡулланыусылар баҙары күптәрҙе йәлеп итә. Белгестәр ошондай кафеларҙа һәм киосктарҙа аҙыҡ-түлектең «хәләл» стандарттарына тап киләме-юҡмы икәнлеген, уларҙың сертификаттарын тикшерҙе.
«Хәләл» стандарттарына талаптарҙы 2002 йылда Рәсәй Мөфтөйҙәр советы раҫлаған, тейешле билдә теркәлгән. Сертификат алған предприятиелар теркәлгән билдә аҫтында һатыу хоҡуғына эйә. Башҡортостанда бындай сертификацияны Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарт комитеты үткәрә.
Рейд барышында өс кафе һәм шаурма һатҡан бер киоск тикшерелде. Асыҡланыуынса, бөтә кафелар ҙа «Хәләл» алтаҡтаһын ҡуйған, ләкин ысынында стандартизация тураһында сертификаттары юҡ. Тикшереүсе төркөм эшҡыуарҙарҙы «Хәләл» билдәһен улай файҙаланырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртте. Киоск Татарстан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарт комитеты сертификатын күрһәтте.
Киләсәктә бындай рейдтарҙы даими уҙғарыу, һөҙөмтәләрҙе Башҡортостан юлдаш телеканалының «Йома» дини тапшырыуында күрһәтеү күҙаллана, тип хәбәр итә Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.
http://www.bashinform.ru/news/1172903-v-ufe-nachalis-proverki-khalyalnykh-kafe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика