08:28 (UTC+5), 13 Июня 2018

Өфөлә көрәш буйынса «Салауат вариҫтары» турниры еңеүсеһе автомобиль менән бүләкләнде

ufacity.info
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 12 июндә Совет районының 80 йыллығына арналған «Салауат вариҫтары» Бөтә Рәсәй асыҡ турниры уҙҙы. Көнө буйына бөтә Рәсәйҙән йыйылған йөҙҙән ашыу көрәшсе еңеү һәм төп бүләк - «Лада Гранта» автомобиле өсөн көс һынашты.
Район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыш йомғаҡтары буйынса һәр ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Ойоштороусылар уларға кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы. Ульяновск өлкәһенән Сергей Павлик турнирҙың абсолют еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Ул төп приз – билбау һәм илебеҙҙә етештерелгән автомобиль асҡысын алды.
Турнирҙы ойоштороусылар – Совет районы хакимиәте, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
http://www.bashinform.ru/news/1172718-v-ufe-pobeditelyu-turnira-po-borbe-koresh-nasledniki-salavata-dostalsya-avtomobil/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика