11:49 (UTC+5), 13 Июнь 2018

БДИ-2018: Башҡортостанда йөҙ балға яҙған уҡыусылар асыҡланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда база кимәлендәге математика, география һәм информатика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Быйыл республикала сығарылыш уҡыусылары тәүге ике фәндән былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ өлгәшеүсәнлек күрһәтте, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығынан. Уртаса балл артҡан, ә минималь сикте үтә алмаған уҡыусылар һаны кәмегән.
11-се класты тамамлаған 17672 уҡыусы база кимәлендәге математиканан һынау биргән. «Бишле» билдәһенә яҙғандар һаны 12,2 % артҡан.
Географияны 639 кеше тапшырған һәм уларҙың икәүһе эштәрен юғары балға башҡарған. Улар - Туймазынан һәм Ейәнсура районынан мәктәп тамамлаусылар.
Был дисциплинала уртаса бал хаҡында һөйләгәндә, ул уҙған йылға ҡарағанда 3,1-гә юғары, ә бына минималь сикте – 37 балды үтмәгәндәр һаны, киреһенсә, 1,9% аҙайған.
61-80 балл алған ҡатнашыусылар һаны 2017 йыл менән сағыштырғанда 5,4% артҡан. Юғары балға яҙғандар һаны ике тапҡырға тиерлек күбәйгән һәм 6,1% тиң.
Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса берҙәм дәүләт имтиханында уртаса балл үткән йылғы һөҙөмтәләр менән сағыштырырлыҡ. 2540 кеше һынау тотҡан, был бер элеккегә ҡарағанда 122-гә күберәк. Бында туғыҙ уҡыусы йөҙ балға яҙған.Улар - Өфө, Нефтекама һәм Октябрьский уҡыусылары.
«61-ҙән 80-гә тиклем» балл алғандар категорияһында ҡатнашыусыларҙың 3,4% артыуы күҙәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1173134-ege-2018-v-bashkirii-poyavilis-pervye-stoballniki-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика