08:51 (UTC+5), 13 Июнь 2018

Баш ҡалала Ураҙа байрамына әҙерләнәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә 15 июндә, Ураҙа байрамында, «Башҡортостан» лайфстайл-үҙәге алдында республика байрамы уҙғарыла. Уны Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте булышлығында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм социаль әһәмиәткә эйә проекттарға ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән «Ферзь эшлекле клубы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләй.
Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт, хәләл-йәрминкә, балалар өсөн анимация майҙансыҡтары һәм, әлбиттә, байрам былауы менән һыйланыу көтә. Ҡотлау телмәре менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин сығыш яһай.
Теләгән һәр кем Ураҙаның традициялары менән таныша һәм ғаиләһе менән ял итә алһын өсөн байрам асыҡ майҙансыҡта үткәрелә, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана, инеү ирекле.
http://www.bashinform.ru/news/1172828-v-ufe-gotovyatsya-k-prazdniku-uraza-bayram/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика