06:05 (UTC+5), 13 Июня 2018

Баш ҡалала Рәсәй көнөн һәм Ҡала көнөн байрам итеү сағыу салют менән тамамланды

Олег Яровиков, Владимир Скрипник, Наталья Овчарук, ufacity.info
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 12 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы бер юлы өс байрамды: Рәсәй көнөн, Салауат Юлаевтың тыуыуына 264 йыл тулыуҙы һәм Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 444-се йыллығын – Ҡала көнөн билдәләне.
Ғәҙәттәгесә, байрам көнө Салауат Юлаев һәйкәленә тантаналы рәүештә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан ҡаланың бөтә райондарында күҙалланған саралар башланды. Иң сағыуҙары араһында – көрәш буйынса «Салауат вариҫтары» бөтә Рәсәй асыҡ турниры, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе, профессиональ футбол өсөн яңы майҙансыҡты файҙаланыуға тапшырыу, ҡала йәштәренә паспорт тапшырыу тантанаһы, «Яратам һине, тыуған төйәгем!» байрам программаһы, «Яҡшы былау» кулинария конкурсы, «Шәжәрә» конкурсы, KFC Battle Fest спорт һәм музыка фестивале, «Өфө йүкәләре» ҡала вокал конкурсы еңеүселәрен бүләкләү, «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты.
Ҡаланың бер юлы өс майҙансығында күренекле артистар сығыш яһаны. Ленин исемендәге майҙанда — Радик Юльяҡшин (Elvin Grey). Конгресс-холл артындағы «Ватан» майҙанында – «Пицца» төркөмө йырсыһы Сергей Приказчиков, Американың виртуоз борғосоһо һәм йырсы Рональд Бейкери, Рәсәй йырсыһы, «Sugar Mamas» төркөмө йырсыһы булараҡ билдәле Анжелика Фролова һәм «Тауыш» телевизион проекты ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова. «Өфө-Арена»һы алдындағы майҙанда — L'One.
Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары халыҡ уйындарында, оҫталыҡ дәрестәрендә, квестарҙа, шашка, шахмат, армлифтинг, мини-футбол, гер спорты буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Бай йөкмәткеле байрам көнө Ленин исемендәге майҙанда салют менән тамамланды. Сағыу фейерверкты ҡарарға бер нисә мең кеше йыйылды.
http://www.bashinform.ru/news/1172724-prazdnovanie-dnya-rossii-i-dnya-goroda-v-stolitse-bashkirii-zavershilos-krasochnym-salyutom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика