03:00 (UTC+5), 09 Июнь 2018

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорт тармаҡтарынан 49 вәкил ордендар, маҡтау грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
- Бөгөн был залда һеҙ лайыҡлы наградаларығыҙҙы алаһығыҙ. Һеҙҙең өсөн был тантаналы, мөһим көн тип ышанам. Тап шулай беҙҙең өсөн дә мөһим ул, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сөнки наградаларҙы үҙенең ныҡышмалы хеҙмәте менән үҙ эшмәкәрлегендә мөһим һөҙөмтәләргә өлгәшкән лайыҡлы кешеләр ала һәм, әлбиттә, бөтәһе лә ынтылырға тейеш йүнәлеште билдәләй.
Республика Башлығы тантанала ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләне. Бүләкләнгәндәр араһында – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Таңсулпан Ғарипова.
- Беҙҙең республика – Рәсәй Федерацияһының көслө, ныҡлы төбәге. Нигеҙҙә күпселек күрһәткестәр буйынса беҙ уртаса Рәсәй статистика мәғлүмәттәренән яҡшыраҡ күренәбеҙ. Ул иһә сәнәғәт етештереү күләме лә, бюджетҡа һалым инеү ҙә, инвестиция эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләр ҙә һәм башҡалар, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, беҙҙең хәл ителмәгән, тикшерергә һәм алға табан этәрергә кәрәк мәсьәләләр ҙә бар. Әммә беҙ алға барабыҙ. Ресурстарыбыҙ бар. Республикабыҙ финанс яҡтан тәьмин ителгәнлек ҡарашынан ныҡлы. Эшмәкәрлегегеҙ, тормошҡа әүҙем ҡарашығыҙ, намыҫлы эшегеҙ өсөн тағы бер ҡат рәхмәт әйтәм.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнгәндәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
http://www.bashinform.ru/news/1171591-rustem-khamitov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-rossii-i-bashkortostana/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика