08:00 (UTC+5), 09 Июня 2018

Рәсәй ғалимдары яман шеште тиҙ арала диагностикалау технологияһын әҙерләгән

РИА Новости
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Сколково» инновация үҙәгендә яман шештең һигеҙ төрөн тиҙ арала диагностикалау технологияһы әҙерләнгән. Был хаҡта «Известия» гәзите яҙа. Белгестәр әйтеүенсә, бындай тикшереүҙең хаҡы ябайына ҡарағанда бер нисә тапҡырға түбәнерәк — процедура тәүлек түгел, ә бер сәғәткә яҡын дауам итә. «Сколково» фондының биомедицина технологиялары кластеры апрель аҙағында ошо проектҡа грант ярҙамы тураһында ҡарар ҡабул итте.
Яңы технология биочип ярҙамында яман шештең бер нисә төрөн асыҡлауға ҡайтып ҡала. Был – төрлө аҡһымлы реагенттар-антиматдәләр булған ячейка менән пластик контейнер. Контейнерға һалынған биоматериалда яман шеш асыҡланһа, шул ячейка балҡый башлай. Ғәҙәти иммуногистохимия тикшереүе тәүлек самаһы дауам итә, ә бында һөҙөмтәне бер сәғәттә алырға мөмкин.
Яңы технологияның төп өҫтөнлөгө шунда: быны һәр район поликлиникаһында файҙаланырға мөмкин. Уны ҡулланыу өсөн юғары квалификациялы табип-морфолог кәрәкмәй. Йыл дауамында асыш клиник һынауға сығырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1171405-rossiyskie-uchenye-razrabotali-tekhnologiyu-bystroy-diagnostiki-raka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика