13:52 (UTC+5), 08 Июнь 2018

Республиканың туғыҙынсы класс уҡыусылары сит телдәр буйынса төп дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен белде

wallpaper.com
wallpaper.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 25 һәм 26 майҙа Башҡортостанда 2134 уҡыусы сит телдәрҙән төп дәүләт имтиханы тапшырҙы. Кисә һөҙөмтәләр билдәле булды.
Күпселеге инглиз телен һайлаған — 2096 уҡыусы. Уртаса балл — 54,9, уртаса баһа — 4,3. Нисә кешенең бишлегә һәм икелегә яҙғанлығы хаҡында Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итмәне. Ләкин кемдәргә насар билдә ҡуйылған, улар был имтиханды ҡабаттан тапшыра алмай. Тесты мотлаҡ фәндәр — рус теленән һәм математиканан ғына яңынан яҙыу мөмкинлеге бар. Һынауҙы июндә, июлдә һәм сентябрҙә бирергә була.
Немец теленән төп дәүләт имтиханын 37 кеше яҙған, бында уртаса беренсел балл — 52,8, уртаса баһа — 4,1. Француз телен бер генә уҡыусы һайлаған. Уртаса балл — 48, уртаса баһа — 4, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1170901-devyatiklassniki-bashkirii-uznali-rezultaty-oge-po-inostrannym-yazykam-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика