13:17 (UTC+5), 07 Июня 2018

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ҡыҙы менән бергә фатирынан сығаралар

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһынан стоп-кадр
IMPORT Сервисный
Пенсионер ҡатын әйтеүенсә, ул мутлашыусылар тоҙағына эләккән, ләкин быны бер нисек тә раҫлай алмай. Шуға уны 87 йәшлек әсәһе менән берҙән-бер фатирынан сығаралар.
Телеканал мәғлүмәттәре буйынса, оло йәштәге ҡатын сәләмәтлеге ҡаҡшауы арҡаһында Еңеү көнөнә арналған сараларға бармаған. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны суд ултырышынан ситтә ҡала алмаған. Берҙән-бер фатирынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн ул Стәрлетамаҡтан Өфөгә килеп еткән.
Адвокаттар фатир хужабикәләре менән хәлде тикшерҙе. Һуғыш ветеранының ҡыҙы үҙ хатаһын таныны. Ул күсемһеҙ милекте залогка биреп кредит алыуы, әммә ашығып икенсе — һатып алыу-һатыу килешеүенә ҡул ҡуйыуы хаҡында һөйләне. Ҡатын был килешеүҙә мутлашыусыларҙың ҡатнашлығы бар тип ышана. Барыһы ла йорт янында урынлашҡан сауҙа үҙәгендәге яғымлы консультанттарҙың биржала уйнарға саҡырыуҙан һәм тиҙ арала заемды рәсмиләштерергә ярҙам итеүҙән башлана.
Пенсионер ҡатын брокер булып китмәй, ләкин ҙур бурысҡа бата. Хәҙер уны үҙ фатирынан сығырға мәжбүр итәләр, һуғыш ветеранының ошо йортта пропискала тороуы дәғүәсене бөтөнләй борсомай шикелле. Һуңғыһы бурысҡа аҡса йәлләмәгән. Ул үҙе процесҡа килеп тә күренмәй, уның вәкиле лә пенсионерҙар тураһында уйламай.
Фатирҙан сығарыуға ризаһыҙлыҡ белдереү бик ҡатмарлы. Бөгөн Юғары суд кредиторҙар яғында. Ҡатындар ике аҙна эсендә фатирҙан сығып китергә тейеш, ләкин улар сумаҙандарын йыйырға әҙер түгел. Суд бәхәстәре тамамланмаған әле. Пенсионерҙарҙы яҡлаусы кассация ялыуы әҙерләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ярҙам һорап прокуратураға һәм Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт итергә уйлай.
http://www.bashinform.ru/news/1170827-v-bashkirii-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny-vmeste-s-docheryu-vyselyayut-iz-kvartiry/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика