09:52 (UTC+5), 07 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов республиканың социаль хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә һәм Рәсәйҙең дәүләт социаль яҡлау системаһының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе тармаҡ вәкилдәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
1918 йылдың яҙында ойошторолған Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты совет дәүләте сәйәсәтенә нигеҙ һалды, уның төп маҡсаты – һәр кешегә лайыҡлы тормош, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Артабанғы ун йыллыҡта граждандарҙың хеҙмәт, ял, һаулыҡты нығытыу, пенсия һәм социаль тәьминәт өлкәһендәге хоҡуҡтарын яҡлауҙың комплекслы системаһы булдырылды.
– Беҙҙең көндәрҙә республиканың социаль хеҙмәте иң яҡшы традицияларҙы һаҡлап ҡалды һәм әүҙем камиллашыуын дауам итә. Бөгөн пенсионерҙарға, инвалидтарға, йәштәргә, эшһеҙҙәргә, ҡасаҡтарға социаль-көнкүреш, психолог-педагогик, реабилитация ярҙамы күрһәтеү яйға һалынған. Уҙған йылдан ғаилә сәйәсәтен координациялау ҙа уның төп йүнәлештәре иҫәбенә инә, – тине республика Башлығы. – Йыл һайын һеҙгә 1 миллион самаһы кеше мөрәжәғәт итә. 300 меңгә яҡыны дәүләттең даими күҙәтеүе аҫтында, уларҙың өстән бер өлөшө – оло йәштәгеләр һәм инвалидтар. Һеҙ сирлеләргә һәм ярлыларға, инвалидтарҙың социаль берләшеүенә, өлкәндәрҙең әүҙем ғүмер оҙайлығын арттырыуға булышлыҡ итәһегеҙ. Бөгөн кризис хәлдәрен иҫкәртеүгә, шундай хәлгә ҡалған кешеләрҙе әүҙем тормошҡа кире ҡайтарыуға, яңы һөнәрҙәргә уҡытыуға баҫым яһала. Һеҙ уларға үҙҙәрен кәрәкле, уңышлы итеп тойоу мөмкинлеген бирәһегеҙ.
Республика етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы сығышында кеше тирәләй ҡоролған дәүләт сәйәсәтен, уның именлеген, мәнфәғәттәрен һәм талаптарын ил үҫешенең дүрт принциптары иҫәбенә индереүен иҫкә төшөрҙө.
– Йәмғиәттәге социаль тотороҡлоҡ күп осраҡта, ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең күмәк көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһе ул. Фиҙаҡәр һәм күп көс талап иткән эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы тармаҡ ветерандарын һәм министрлыҡ партнерҙарын – Пенсия фонды, Социаль страховкалау фонды, Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Улар ҙа һөҙөмтәле социаль сәйәсәт алып барыуҙа әүҙем ҡатнаша.
– Бөгөн беҙ һеҙҙең менән алғы сафта. Ҡайһы берҙә ауырға тура килә, ресурстар, көс етмәй, арыйбыҙ. Ләкин шул уҡ ваҡыттта кешеләрҙең беҙҙең ярҙамға мохтаж икәнлеген аңлайбыҙ. Улар беҙгә, һеҙгә, системаға, власть органдарына, эргәләрендәге кешеләргә ышана. Эшебеҙ бик яуаплы һәм мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ, ошо эште һәйбәт, намыҫлы башҡарайыҡ. Кешеләргә ярҙам итәйек.
http://www.bashinform.ru/news/1170423-rustem-khamitov-pozdravil-sotsialnykh-rabotnikov-respubliki-s-professionalnym-prazdnikom/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика