07:15 (UTC+5), 07 Июня 2018

Өфөлә «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» проектының «Бәхет өләшеүселәр» исемле дүртенсе бүлеге асылды

социаль селтәрҙәр
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында Халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» фотопроектының «Бәхет өләшеүселәр» исемле дүртенсе бүлеге асылды. Проекттың концепцияһы ҡатын-ҡыҙҙар образдары – билдәле бер эшмәкәрлек йүнәлештәрен сағылдырған республикалағы күренекле кешеләрҙең галереяһын булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Беренсе бүлегендә 15 сәйәсмән ҡатын-ҡыҙ булды, икенсе «Һүҙ һәм матурлыҡ. Башҡортостан Республикаһының медиайөҙҙәре» бүлегендә 25 федераль һәм республика теле һәм радиоканал, гәзит, журнал, интернет-баҫма, шулай уҡ дәүләт власы органдарының матбуғат хеҙмәте вәкилдәре ҡатнашты. «Матурлыҡ һәм сәләмәтлек. Һаулыҡ һаҡлау ҡатын-ҡыҙҙары» тип исемләнгән өсөнсө бүлектә дәүләт һәм шәхси медицина учреждениеларының 26 етәксеһе һәм хеҙмәткәре күрһәтелде.
Хәйриә фондтарының һәм ойошмаларҙың 22 вәкиле, ғүмерҙәрен мохтаж кешеләргә ярҙам итеүгә арнаған ҡатын-ҡыҙҙар фотопроекттың дүртенсе бүлеге геройҙары булды. Ул – «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды, «Беҙҙең балалар» фонды, «Минең менән йөрөп кил» проекты, «Ярҙам» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, «Юғалтыуҙар юҡ», «Һөйөү менән», «Ҡотҡар мине» фондтары, «Мөмкинлек» балаларға ярҙам итеү йәмғиәте, «Үҙенсәлекле балалар», «Ҡартлыҡ шатлыҡта ғына – Өфө» фондтары һәм башҡа ойошма етәкселәре.
Хәйриәлек өлкәһендә мәшғүл ҡатын-ҡыҙҙар – көн һайын үҙ яурынына кемдәрҙеңдер ғүмерҙәрен ҡотҡарыу бурысы һалған, ашығыс ярҙамға мохтаж кешеләрҙең һыҙланыуҙарын үҙе аша үткәргән бөтә көслө шәхестәр. Әммә шул уҡ ваҡытта улар һоҡланыу тыуҙырған матур, нәфис ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, тип билдәләй сараны ойоштороусылар.
Төп фекер авторы һәм проекттың башҡарма продюсеры – Ләйсән Мортазина, фоторәссам – Хәлит Сафин, визажист – Лиана Каретникова.
Проекттың киләһе «Матурлыҡ һәм Бизнес» бүлегендә иң уңышлы компания етәкселәре булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Бөтә башлыҡтарҙың дөйөм экспозицияһы проекттың һөҙөмтәһе була, ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.
http://www.bashinform.ru/news/1170521-v-ufe-otkrylas-chetvertaya-glava-proekta-100-zhenshchin-respubliki-sila-i-nezhnost-blago-daryashchie/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика