10:34 (UTC+5), 07 Июня 2018

Дәүләкәндә ғаилә хозур туйҙарын - бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.Ошо көндәрҙә Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Әминә Сарманаева һәм Георгий Мисюркеев хозур туйҙарын билдәләне. Улар 70 йыл бергә ғүмер итә. Юбилярҙарҙы билдәле дата менән ҡотларға республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Зөһрә Исмәғилева килде. Ул парға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Дәүләкән районының ЗАГС бүлеге етәксеһе ололарға юбилейлы никахты теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Тантаналы сараға ғаиләнең яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, шулай уҡ урындағы хакимиәт вәкилдәре йыйылғайны.
Пар ауыр һуғыш йылдарын үҙ иңендә татыған. Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫкән Әминә Сарманаева Көнбайыш фронтта санитарка булып хеҙмәт иткән. Еңеү көнөн Польшала эвакуация госпиталендә ҡаршы алған.
Георгий Мисюркеев сығышы менән Бүрәт Республикаһынан. Бөтә һуғышты йәйәү үткән, Маньчжурия ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан. 1946 йылда тыуған яғына ҡайтҡан, Әминә Сарманаева ла Бүрәтстанға эләккән.
Улар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер олатай менән өләсәйҙең алты ейән-ейәнсәре, тағы ла туғыҙ бүлә-бүләсәре бар.
2015 йылда улар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дәүләт ярҙамы программаһы буйынса торлаҡ сертификатын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1170357-v-bashkirii-suprugi-otmetili-blagodatnuyu-svadbu-70-letie-sovmestnoy-zhizni-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика