11:16 (UTC+5), 07 Июнь 2018

Башҡортостанда экологтар, урмансылар һәм уҡыусылар Ғәҙелша шарлауығында өмә үткәрҙе

trekkingmania.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Экология министрлығының Сибай бүлексәһе һәм Урман хужалығы министрлығының Баймаҡ бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандағы иң ҙур шарлауығы — Ғәҙелшала өмә үткәрҙе. Өлкәндәргә ошо көндә экскурсияға килгән Әбйәлил районы Хәлил ауылы уҡыусылары ла ҡушылды. «Беҙ балаларға ошо хоҙур урын хаҡында һөйләнек, республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк үҫемлектәрҙе күрһәттек, шул уҡ ваҡытта туристарҙан ҡалған 3 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйҙыҡ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Сибай территориаль комитетының әйҙәүсе эксперты Зәлиә Байгилдина.
Өс баҫҡыслы Ғәҙелша (Ибраһим) шарлауығы тәбиғәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора. Шарлауыҡтың бейеклеге – 15 метрға яҡын. «Матурлығы йыл миҙгеленә һәм яуым-төшөмгә ҡарап үҙгәрә. Яҙғыһын шарлауыҡ мул һыулы, гөрләп аға, иҫ киткес матур, тарлауыҡта аҡҡан һыу тауышы ишетелә. Ер өҫтөндә йәшмә ятҡылыҡтарын күрергә мөмкин», — ти һөйләнеләр Башҡортостандың Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1170578-v-bashkirii-ekologi-lesniki-i-shkolniki-proveli-subbotnik-u-vodopada-gadelsha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика