06:10 (UTC+5), 07 Июня 2018

Башҡорт медицина университеты студенты закондар сығарыу башланғысы менән Рәсәй Президентының Эштәр идаралығында сығыш яһай

Башҡорт дәүләт медицина университеты
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡорт медицина университеты студенты Илдар Кадаев йәштәрҙең «Минең закондар сығырау башланғысым» иң яҡшы закон проектына бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды. Конкурста ҡатнашыу өсөн ул илдә ғаилә институттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Йөклөлөккә әҙерлек — киләсәк быуындың сәләмәтлек нигеҙе» закон проектын әҙерләнгән.
«Илдар Кадаев еңгән бөтә Рәсәй конкурсының ситтән тороп ойошторолған туры 1 февралдән 30 апрелгә ҡәҙәр (яҙғы сессия) уҙғарылды. Конкурстың асыҡ этабы 10-12 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Президентының Эштәр идаралығында уҙа, унда ҡатнашыусыларға жюри алдында үҙҙәренең эштәрен яҡларға тура килә», — тип хәбәр ителә медицина юғары уҡыу йорто сайтында.
«Йөккә уҙыуҙы һәм тотош ғаилә ҡороуҙы күҙаллау – йәмғиәттә бәхетле һәм уңышлы ойошма төҙөү өсөн бик мөһим аспект, — тип иҫәпләй проект авторы. — Йөклөлөккә әҙерлектең иң мөһим өлөшөн буласаҡ ата-әсәләрҙең һаулығын диагностикалау биләй. Ҡатын-ҡыҙҙы, әлбиттә, ентекле һәм киң тикшеренеү көтә. Сөнки нәҡ уныҡ организмында буласаҡ баланың үҫеш һәм үҫешеү процесы бара. Әгәр һәр йәш ғаилә үҙенең киләсәгенә аңлы рәүештә ҡараһа, донъя ла изгерәк, яҡтыраҡ һәм бөтөн халыҡ сәләмәт һәм бәхетле булыр ине».
Илдар Кадаев үҙенең проектын акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты Антон Масленников һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары менән тәрбиә биреү һәм социаль эш буйынса идаралыҡ етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Таһир Ғиззәтуллин менән бергә әҙерләгән.
«Минең закондар сығырау башланғысым» конкурсы Рәсәй Дәүләт Думаһының 100 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған. Ул йәштәрҙе закондар сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыу юлы менән дәүләт идаралығына йәлеп итеү, шулай уҡ сәйәси лидерҙарҙың һәм хоҡуҡ көйләү өлкәһендәге белгестәрҙең кадрҙар резервын әҙерләү маҡсатында уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1170457-student-medik-iz-bashkirii-vystupit-s-zakonotvorcheskoy-initsiativoy-v-upravlenii-delami-prezidenta-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика