10:06 (UTC+5), 06 Июня 2018

Яҙ йомғаҡтары буйынса Рөсәй төбәктәренең экологик рейтингы: йәмәғәтселәр Башҡортостанды 55-се урынға ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Йәшел патруль» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы 2018 йылда яҙ йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөнө. Тәүге урындарҙа — Тамбов өлкәһе, Алтай Республикаһы һәм Алтай крайы.
Йәмәғәтселәр Башҡортостанды 55-се урынға ҡуйҙы. Волга буйы федераль округының 14 субъекты араһында республика 11-се урында.
Рейтингта Рәсәйҙең барлыҡ 85 төбәге күрһәтелгән. Иң таҙа төбәктәрҙе һауа, һыу, ҡалдыҡтар, йәмәғәт ойошмалары әүҙемлеге кеүек күрһәткестәрҙән сығып һайлағандар.
Аутсайдерҙар — Силәбе, Мәскәү, Свердловск өлкәләре.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында был эко-рейтингты субъектив тип атайҙар. Ведомствоның рәсми мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылда Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингында Башҡортостан беренсе урында ине.
http://www.bashinform.ru/news/1170077-ekologicheskiy-reyting-regionov-rossii-po-itogam-vesny-obshchestvenniki-postavili-bashkiriyu-na-55-m/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика