06:00 (UTC+5), 06 Июня 2018

Мәләүездә полицейскийҙар балаһы менән бергә юғалған ҡатынды тапты

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Полиция хеҙмәткәрҙәре Мәләүездә йәшәгән ҡатынды һәм уның бәләкәй балаһын имен-һау килеш тапты. Хәҙер улар табиптар күҙәтеүендә. Полицейскийҙар йәш әсәнең өйҙән сығып китеү сәбәптәрен тикшерә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәләүез районы полиция хеҙмәткәрҙәре урында йәшәгән ҡатынды һәм уның улын эҙләү эштәрен алып барҙы. Туғандарының юғалыуы тураһында ғариза менән ҡатындың әсәһе мөрәжәғәт иткән. Алдан хәбәр ителгәнсә, Мәләүездә йәшәгән Венера Каланходжаева 4 йәшлек улы менән Нөгөш һыу һаҡлағысына ял итергә киткән һәм шунан һуң бәйләнешкә сыҡмаған.
Баланы һәм уның әсәһен эҙләүгә Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәләүез районы буйынса бүлегенең шәхси составы һәм ирекмәндәр йәлеп ителде.
http://www.bashinform.ru/news/1169879-politseyskie-nashli-zhitelnitsu-meleuza-propavshuyu-vmeste-s-rebyenkom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика