09:54 (UTC+5), 05 Июнь 2018

Йыл башынан республикала ВИЧ-инфекциялы 19 бәлиғ булмаған асыҡланған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ағымдағы йылдың биш айында Башҡортостанда ВИЧ-инфекциялы 19 бәлиғ булмаған асыҡланған. Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың 15-е — 15 йәшкә тиклем һәм дүртәүһе 15-17 йәштә. Башҡортостанда ошо хәүефле сирҙе йоҡторған 250 бала йәшәй.
Алдан хәбәр ителгәнсә, тәүге ярты йыллыҡта төбәктә ВИЧ-иинфекция менән зарарланыуҙың 1087 яңы осрағы теркәлгән: 666-һы — ир-егет һәм 421-е — ҡатын-ҡыҙ. 116 хөкөм ителеүсе быйыл үҙҙәренең ыңғай ВИЧ-статусы хаҡында белгән.
Төп таралыу юлы – енси (75,3%).
Ошо осорҙа республикала 220 ВИЧ-инфекциялы йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. Сирле ҡатын-ҡыҙҙарҙан 180 сабый тыуған.
Әлеге ваҡытта Республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә 20494 ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, уларҙың 12 562-һе – ир-егет, 7 932-һе – ҡатын-ҡыҙ. Ҡалала – 11508 , ауыл ерендә – 6480. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сиситемаһы учреждениеларында – 1705, аныҡ йәшәү урыны булмағандар – 801 кеше.
http://www.bashinform.ru/news/1169348-snachala-goda-v-bashkirii-vyyavleny-19-nesovershennoletnikh-s-vich-infektsiey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика