05:30 (UTC+5), 05 Июня 2018

Халыҡ-ара викимарафон йомғаҡтары башҡорт википедиясыларын шатландырмай

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Сираттағы «Вики-яҙ 2018» викимарафоны тамамланды. Был Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре википедиясыларының виртуаль энциклопедияның һәр тел бүлегендә үҙҙәренең илдәре тураһында бергәләшеп мәҡәләләр яҙыу буйынса халыҡ-ара проекты. Сара 2015 йылдан уҙғарыла һәм өс йыл рәттән уларҙа башҡорт бүлеге мөхәррирҙәре лә ҡатнаша.
«Быйыл 24 тел бүлеге вәкилдәре эш башланы, беҙҙең командала 16 кеше 484 мәҡәлә яҙҙы һәм 9-сы булды. Дөйөм Европа «копилкаһына» индергән өлөш 5 процент тәшкил итә. Тәжрибәле мөхәррирҙәрҙән икенсе йыл Әлфиә Аҡбутина алдынғы булды, яңы башлап тороусылар араһында Луиза Юлдашева уңышҡа өлгәште. Ағымдағы йылда ғына ошо мөхәррирҙәрҙең эше бөтәһе 201 мәҡәлә тәшкил итте. Викимарафон сиктәрендә өс йыл эсендә ҡатнашыусы илдәр тураһында башҡорт телендә 1202 мәҡәлә ижад ителгән. Билдәләп үтергә кәрәк, был ҙур булмаған берләшмәбеҙ өсөн яҡшы һөҙөмтә», —тип һөйләне марафонда ҡатнашыу тураһында башҡорт бүлеге хакимы, халыҡ-ара викимарафондың локаль өлөшөн ойоштороусы Зөфәр Сәлихов.
Уның һүҙҙәренсә, халыҡ-ара викимарафон йомғаҡтары башҡорт википедиясыларын шатландырмай. Башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан тураһында мәҡәләләр һаны буйынса меңлек сиккә етеү өмөтө аҡланманы. «Вики-яҙ 2018» сиктәрендә 130, дөйөм алғанда өс йылда 768 мәҡәлә яҙылған. Ҡайһы бер ҡыҙыҡһынған авторҙар рус телен белмәүҙәрен яҙа, ә инглиз Википедияһында беҙҙең республика тураһында мәҡәләләр аҙ.
«Башҡортостан тураһында артабан мәҡәләләр әҙерләү өсөн Википедияға инглиз телен белгән ирекмәндәр кәрәк. Бында өлкән класс уҡыусылары, шулай уҡ инглиз телен тәрән өйрәнеүсе студенттар ярҙам итә алыр ине тип уйлайым. Ҡалғандарға мәҡәләләрҙе инглиз Википедияһынан икенсе телдәргә тәржемәләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ», — тип иҫәпләй Зөфәр Сәлихов.
Башҡорт Википедияһы хакимы фекеренсә, быларҙың барыһы ла республиканы интернет-киңлектә танытыуға ҙур өлөш индерә алыр ине. Нәҡ шундай алым Ростов өлкәһендә ҡулланыла, унда йәш энтузиастар тыуған төйәгенең иҫтәлекле урындары тураһында инглиз телендә мәҡәләләр яҙа, ә тәжрибәле ирекмәндәр бағыусылар ярҙамында дәүртләндереүсе семинарҙар һәм олимпиадалар уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1169201-itogi-mezhdunarodnogo-vikimarafona-ne-raduyut-bashkirskikh-vikipedistov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика