05:45 (UTC+5), 04 Июня 2018

Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» барышында тыуған малай атларға һәм бер нисә һүҙ әйтергә өйрәнгән

РИА Яңылыҡтар
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Өфөнән бер йәшлек Миша Сухаревтың ата-әсәһе сабыйҙарының нисек үҫкәне һәм үҫешкәне тураһында һөйләне. Бала атларға, бер нисә һүҙ әйтергә өйрәнгән һәм 13 килограмм тарта, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» барышында бөтөн ил малайҙың донъяға килеүе хаҡында белде. 2017 йылдың 15 июнендә тура эфир барышында Өфөнөң перинаталь үҙәгенән кадрға эфирға тиклем 20 минут алдан улы тыуған Артем Сухарев эләгә. Президент Артемды һәм уның хәләл ефете Кристинаны икенсе балаһы тыуыуы менән ҡотланы һәм ғаиләгә бәхет теләне.
«Беҙҙең Миша эре кәүҙәле малай, 13 килограмм тарта. Ул бик һәләтле, бөтә нимәне тиҙ үҙләштерә. Сабый, Аллаға шөкөр, үҫешә һәм сәләмәт булып үҫә. Ул иртә, 11 айында тәүге аҙымдарын яһаны. Көй ишетеп ҡалһа, шунда уҡ бейей башлай. Нимә теләгәнен аңлата ала. «Әсәй», «атай» һәм «бир» тип әйтергә белә, – тип һөйләй Кристина Сухарева. – Беҙ үҙ проблемалары һәм шатлыҡтары булған ябай ғаилә. Миша ғаиләбеҙгә бер нисә көнгә танылыу килтерҙе, эфирҙан һуң минең йөклө булыуымды белмәгән алыҫ туғандар һәм таныштар шылтыратты һәм улыбыҙ тыуыуы менән ҡотланы».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты менән «тура элемтә» кесе йома, 7 июндә, була. Дәүләт башлығына нисек һорау биреү тураһында һылтанма буйынса уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1168487-ufimskiy-malchik-kotoryy-rodilsya-vo-vremya-pryamoy-linii-s-vladimirom-putinym-nauchilsya-khodit-i-p/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика