06:50 (UTC+5), 04 Июня 2018

Быйыл республикала әсәлек менән бәйле пособиеларҙы түләүгә 6,6 миллиард һумдан ашыу йүнәлтәләр

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ағымдағы йылда әсәлек менән бәйле пособиеларҙы түләүгә Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе эшләүсе граждандарға 6,6 миллиард һумдан ашыу йүнәлтергә күҙаллай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылдың беренсе кварталында был маҡсатҡа 1,5 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән.
Төбәк бүлексәһе сығымдарының иң ҙур өлөшө ғәҙәттәгесә түбәндәге суммаларҙан тора.
Балаға 1,5 йәш тулғансы уны ҡарау буйынса айлыҡ пособиеларға 805,5 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән. Был пособие эшләүсе граждандың алдағы ике йылда уртаса эш хаҡынан 40 процент күләмендә билдәләнә.
Әсәләргә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеларҙы түләүгә 593 миллион һумдан ашыу. Был пособие төрө алдағы ике йылда уртаса эш хаҡынан 100 процент күләмендә түләнә.
Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие яҡынса 122 милллион һумға түләнгән.
Ошо түләү дәүмәле Башҡортостанда бөгөнгө көнгә район коэффициентын иҫәпкә алғанда 19 272 һум 95 тин тәшкил итә.
Йөклөлөк осоронда ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иртә иҫәпкә баҫҡан өсөн ҡатындарға 3,6 миллион һум тирәһе түләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1168110-v-bashkirii-v-etom-godu-na-vyplatu-posobiy-svyazannykh-s-materinstvom-napravyat-bolee-6-6-mlrd-ruble/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика