03:45 (UTC+5), 01 Июня 2018

Рөстәм Хәмитов эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй полицияһының 300 йыллығы менән ҡотланы

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй полицияһының 300 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы коллективын байрам менән ҡотланы һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Бөгөн бөтөн ил менән мөһим датаны – Рәсәй полицияһының 300 йыллығын билдәләйбеҙ. Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың эске эштәр органдары тарихында ошо мөһим юбилей менән ҡотлайым! – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр саҡ хоҡуҡ һаҡлау структуралары дәүләт власын нығытыуҙа айырым роль уйнаны. Һеҙҙең хеҙмәт йәмғиәт өсөн иң мөһимдәрҙең береһе булды һәм шулай булып ҡала. Һеҙ төп ҡиммәттәрҙе – граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын, уларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын һаҡлайһығыҙ. Тик яҡшы тәьмин ителгән, лайыҡлы кадрҙар менән тупланған, халыҡтың ышанысы менән файҙаланған эске эштәр органдары енәйәт менән уңышлы көрәшә, йәмәғәт именлеген тәьмин итә, граждандарҙы, бизнесты нигеҙһеҙлектән, коррупциянан һәм енәйәти баҫымдан яҡлай ала.
Республика Башлығы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы хеҙмәт, һөнәри оҫталыҡ, енәйәт менән көрәштә принциплылыҡ һәм батырлыҡ өсөн рәхмәтен белдерҙе.
- Эске эштәр министрлығында хеҙмәт – нигеҙҙә һәләтлелек буйынса һайлағандарҙың береһе. Нәҡ шундай батыр, антҡа һәм үҙ бурысын тоғро хеҙмәткәрҙәр Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй. Ул дәүләт һәм йәмғиәт өсөн бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ни тиклем кадрҙарҙы яуаплы һайлауҙан, уларҙың хоҡуҡи мәҙәниәте, компетенциялары һәм хеҙмәт дисциплинаһы күтәрелә, туранан-тура законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлау буйынса эштең һөҙөмтәһе тора.
Республика етәксеһе эске эштәр органдары ветерандарының баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә ғүмерен биргәндәрҙе иҫкә алды.
- Башҡортостан лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инә. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы ышаныслы үҫешә. Уртаса эш хаҡы күтәрелә. Тотороҡло үҫеш сауҙа һәм хеҙмәттәр өлкәһендә билдәләнде. Республика Рәсәй Президенты ҡуйған илдең технологик, социаль-иҡтисади алға китеш стратегик бурыстарын хәл итеүгә тотондо, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республиканың артабан да үҙ урынын нығытыуҙа, әлбиттә, һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә иҫәп тотабыҙ, хөрмәтле иптәштәр. Һеҙҙең әүҙемлектән, компетентлыҡтан теләһе дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең мөһим шарттары булараҡ законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе тора.
http://www.bashinform.ru/news/1167576-rustem-khamitov-pozdravil-sotrudnikov-organov-vnutrennikh-del-s-300-letiem-rossiyskoy-politsii/
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика