17:30 (UTC+5), 01 Июнь 2018

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты. Был ҡала өсөн әһәмиәтле объект республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына юбилей төҙөлөштәре исемлегенә индерелгән.
Яр буйын нығытыу гидротехник ҡоролмалар һәм автомобиль юлын төҙөүҙе, шулай уҡ биләмәне артабан төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.
Гидротехник ҡоролмаларҙың беренсе сираты һәм Салауат Юлаев һәйкәленән «Йәшлек» бассейнына тиклем 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы һалынып, 2014 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Инженер ҡоролмаларының хаҡы 1,34 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 1,12 миллиарды федераль ҡаҙнанан бүленгән. Юлдың хаҡы – 800 миллион һум, шул иҫәптән 200 миллионы – федераль аҡса.
Әлеге ваҡытта ярҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөүҙең икенсе сиратының беренсе этабы тамамланған. Тиҙҙән бында «Йәшлек» бассейнынан Дуҫлыҡ монументы яғына 1 саҡрымлыҡ автомобиль юлын һалыу башлана, көҙ көнө иһә биләмәне төҙөкләндереү күҙаллана.
Республика башлығы гидротехник ҡоролмаларҙы ҡарап сыҡты, төҙөлөш сифатын баһаланы һәм төҙөүселәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Ошо эште башҡарғанығыҙ һәм уны дауам итеүегеҙ өсөн рәхмәт. Һис шикһеҙ, был республикала һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яр буйына ҡарата төрлө баһалар булды, ләкин хәҙер беҙ ысынында бик матур килеп сығыуын күрәбеҙ. Бында төҙөкләндереү эштәрен дауам итәбеҙ. Киләһе йылда был ял итеү, күңел асыу, тәбиғәтебеҙ менән һоҡланыу өсөн шәп урын булыр.
Участкаларҙың береһендә йыһазландырылған майҙансыҡта яр буйын нисек биҙәү варианттары күрһәтелгән: ландшафт дизайны башҡарылған, ҡояшта ҡыҙыныу урындары ҡуйылған, балалар өсөн күңел асыу комплексы, йәйге кафе ойошторолған. Быны асыҡ һауалағы шоу-рум тип әйтергә мөмкин. Өфөлә йәшәүселәр әлеге варианттарға баһа бирә, яңы идеялар тәҡдим итә һәм шул рәүешле яр буйын нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша ала.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, төҙөлөш эштәрен дауам итеүгә ҡарамаҫтан, быларҙың барыһы ла эшләй башларға тейеш. Күп кимәлле яр буйының өҫтөнлөгө шунда.
– Барыһы ла эшләргә тейеш. Унда, әйҙә, төҙөһөндәр, ә бында ҡала халҡы ял итһен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Илдә ошондай күп кимәлле яр буйы юҡ. Минең күп ҡалаларҙа булғаным бар, ләкин һәр ерҙә лә, ҡағиҙә булараҡ, бер үк. Ә бында бөтөнләй икенсе күренеш асыла. Был – ҡаланың күркәм биҙәге.
http://www.bashinform.ru/news/1168161-rustem-khamitov-oznakomilsya-s-khodom-stroitelstva-inzhenernykh-sooruzheniy-beregoukrepleniya-nabere/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика