10:06 (UTC+5), 01 Июня 2018

Рәсәйҙә бөгөндән яңы юл билдәһе индерелә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙә 1 июндән 17 июлгә тиклем, 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионатына хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү сиктәрендә, «Автобустар хәрәкәте тыйылған» тигән яңы юл билдәһе индерелә. Был хаҡта «Известия» гәзите Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына һылтанма менән хәбәр итә.
Билдә уртаһына автобус төшөрөлгән тыйыусы билдәләр форматындағы түңәрәктән тора. Ул муниципаль, муниципаль-ара һәм төбәк- ара даими рейстар башҡарған пассажир автобустарына ҡағыла. Тәьҫир итеү зонаһы –– ҡуйылған урындан алып яҡындағы юл сатына тиклем. Билдә тирәһендә юл саты булмаған тораҡ пункттарҙа –– тораҡ пункттың аҙағына тиклем.
Баҫма мәғлүмәте буйынса, Рәсәйҙең Транспорт министрлығы апрель аҙағында Мәскәүгә, Ҡазанға, Һамарға, Санкт-Петербургка, Дондағы Ростовҡа, Түбәнге Новгородҡа һәм Сочиға автобустар индереүҙе өлөшләтә тыйыу тураһында иғлан иткәйне. Был саралар 1 июндән 17 июлгә тиклем ғәмәлдә. Йәй башынан һәм 30 июнгә ҡәҙәр Волгоград, Екатеринбург, Калининград һәм Саранск ҡалаларына автобустар индереү өлөшләтә тыйыла.
http://www.bashinform.ru/news/1167750-v-rossii-s-1-iyunya-vvoditsya-novyy-dorozhnyy-znak/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика