04:25 (UTC+5), 01 Июнь 2018

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә күп балалы әсәләрҙе бүләкләнеләр

Башҡортостан Хөкүмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда бына инде 20 йыл дауамында биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитовтың ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын 40-тан ашыу ҡатын алды. Башҡортостанда был награда бөтәһе 7,7 меңгә яҡын кешегә тапшырылған.
«Был награда – үҙенсәлекле. Һөнәри һәм тармаҡ наградалары менән сағыштырғанда, моғайын, ул иң ихласылыр, – тип билдәләне вице-премьер. – Шуның менән бергә, республикала яңыраҡ «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы тапшырыла башланы, ул да бик мөһим, ғаилә наградаһы».
Салауат Сәғитов һүҙҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы Указы менән билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү буйынса ҙур эш башланған да инде. 2018 йылда республика ҡаҙнаһынан байтаҡ аҡса күләме балалар поликлиникаларын ремонтлауға йүнәлтелә. Балалар баҡсаларында ясле төркөмдәре эшен ойоштороуға федераль бюджеттан 1,3 миллиардтан ашыу бүленгән.
http://www.bashinform.ru/news/1167660-v-preddverie-mezhdunarodnogo-dnya-zashchity-detey-v-pravitelstve-bashkirii-nagradili-mnogodetnykh-ma/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика