03:30 (UTC+5), 31 Мая 2018

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлий Гусман менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар башланғысы комитеты ағзаһы Юлий Гусман менән осрашты. Өфөлә ул «Граждандар башланғысы» милли премияһының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
Осрашыу барышында яҡтар республиканың ижтимағи-сәйәси үҫешен, мәҙәни проекттарға, ижтимағи башланғыстарға булышлыҡ итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Граждандар башланғысы комитеты – ул илде яңыса ҡороу һәм демократик институттарҙы нығытыу идеяһы тирәләй берләшкән белгестәр берләшмәһе. Уны ойоштороу тәҡдиме менән 2012 йылда Алексей Кудрин етәкселегендә Рәсәй сәйәсмәндәре, иҡтисадсылары, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төркөмө сығыш яһаны.
2017 йылдан Комитет эшмәкәрлегенә Кудриндың граждандар башланғыстарын үҫтереү фонды булышлыҡ итә. Фонд Комитеттың ғилми-тикшеренеү, мәғлүмәт-аналитика һәм консультация эшенең ойоштороусыһы һәм администраторы булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1166805-rustem-khamitov-vstretilsya-s-zasluzhennym-deyatelem-iskusstv-rossii-yuliem-gusmanom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика