11:11 (UTC+5), 31 Мая 2018

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Республика етәксеһе төбәктә йәшәүселәр менән социаль өлкә, мәғариф һәм спорт мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ҡырмыҫҡалы районынан Әхәт Нурушев төбәк етәксеһенә муниципалитеттағы һөнәрселәрҙе яҡлауҙы, араларында һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр бар, уларға күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙа һәм халыҡ кәсептәре продукцияһын һатыуҙа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының 2-се мәктәбе директоры Владимир Дедух менән уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙың ғәмәлдәге системаһын камиллаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Бынан алда республика башлығының Миәкә районына эш сәфәре барышында ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатылғайны.
Башҡортостандың Байдаркала һәм каноэла ишеү һәм ишкәкле слалом федерацияһы етәксеһе Алексей Попов Ағиҙел йылғаһында ошо спорт төрө буйынса олимпия резервы мәктәбе өсөн базаны тергеҙеү тәҡдимдәрен индерҙе.
Инженер, «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы директоры Айрат Сәйфуллин белем биреү үҙәген артабан үҫтереү буйынса пландары хаҡында һөйләне һәм ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн тейешле ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.
Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына тейешле йөкләмәләр бирелде.
http://www.bashinform.ru/news/1167261-rustem-khamitov-provyel-lichnyy-priyem-grazhdan/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика