Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2018, 09:40

Рөстәм Хәмитов «Граждандар башланғысы» премияһы еңеүселәрен ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙған «Граждандар башланғысы» милли премияһының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
«Граждандар башланғысы» премияһы 2013 йылда Граждандар башланғысы комитеты һәм Кудриндың граждандар башланғыстарын үҫтереү фонды тарафынан ойошторолған. Ул граждандар лидерҙарын, заманса Рәсәй йәмғиәтендә яңы йөҙҙәр эҙләүгә һәм уларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән.
Премия йыл һайын 13 номинация буйынса тапшырыла. Уға дәғүә итеүгә конкурс ике: төбәк һәм федераль этапта уҙғарыла. Быйыл ғаризалар һаны буйынса Башҡортостан тәүге өс лидер-төбәк исемлегенә ингән.
Премия лауреаттарын бүләкләүҙә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Граждандар башланғысы комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты. Видеосәләмләү менән конкурсанттарға Комитет рәйесе Алексей Кудрин мөрәжәғәт итте.
- Был проект Читанан Калининградҡа тиклем 22 төбәкте үтте һәм үҙенең билдәлелеген иҫбатланы. Бөгөн ул бында, Башҡортостанға, килде, – тине Алексей Кудрин. – Тантанала Башҡортостан Республикаһынан 120-нән ашыу проект ҡатнаша. Бында донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләгән инициативалы кешеләр бар тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Шуға бөгөн еңелеүселәр булмаҫын аныҡ беләбеҙ. Беҙгә тиңләшерҙәй кешеләр бар һәм улар хаҡында бөгөн белербеҙ. Бөгөнгө тантананы уҙғарырға ярҙам иткән республика етәксеһенә, был байрамды яҡтыртҡан журналистарға һәм ярҙамға, дәртләндереүгә лайыҡ кешеләргә рәхмәт әйтәһем килә.
- Был идея бөтә яҡтан да бик мөһим, айырыуса хәҙер, кеше тормошо өсөн бик ҡатмарлы, бер форманан икенсеһенә күскән ваҡытта. Бик ҡаты, ҡайһы берҙә аяуһыҙ баҙар иҡтисады үҙе өсөн өҫтөнлөклө итеп табышты һәм уңышты һайланы. Йыш ҡына кеше юғалып ҡала, үҙен таба алмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә шул уҡ ваҡытта йәмғиәт үҙе тирәләй хәйриәлек, изгелек, рухи йылылыҡ, хөрмәт нигеҙе буйынса берләштергән кешеләрҙе талап итә. «Граждандар башланғысы» милли премияһы шундай кешеләрҙе, коллективтарҙы, берләшмәләрҙе эҙләй, иң мөһиме, таба.
120-нән ашыу йәмәғәт ойошмаһы конкурсҡа яҡшы һөҙөмтәләр һәм перспективалар менән етди, төплө, тәрән мәғәнәле эштәр тәҡдим иткән, тип билдәләне республика Башлығы.
- Конкурсты ойоштороусылар граждандар башланғысы республикала сағыу төҫтәр менән сәскә атыуын, йәшәүен һәм үҫешеүен күреп, ҡыуаныс кисерҙе тип ышанам. Беҙгә был ҙур шатлыҡ килтерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн был сәхнәгә ошо премияға ысынлап лайыҡ кешеләр күтәрелә. Үҙенең эше, битараф булмауы менән лайыҡ. Эшегеҙ өсөн ныҡ рәхмәтлемен. Бөгөн һәм даими эшемдә лә һеҙҙең менән йәнәш була алыуым миңә шатлыҡ килтерә. Беҙ осрашабыҙ, бергәләп эшләйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Граждандар башланғыстарын булдырыуға һәм ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән эшен дауам иткәндәргә уңыштар теләйем. Шуны белегеҙ, мин һәр саҡ һеҙгә ярҙам итәсәкмен. Һеҙҙең менән бик ғорурланам, хөрмәт итәм.
http://www.bashinform.ru/news/1166865-rustem-khamitov-pozdravil-pobediteley-premii-grazhdanskaya-initsiativa/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: