07:29 (UTC+5), 31 Мая 2018

Оҫталар башҡорт генералы Шайморатов исемле донъялағы берҙән-бер ҡылыс яһаған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/. Златоуст ҡалаһында генерал Миңлеғәле Шайморатов исемле донъялағы берҙән-бер ҡылыс яһағандар. Гравюра оҫталары уны металдан «Никон» художестволы әйберҙәр фабрикаһында эшләгән. Был — 1940 йыл өлгөһөндәге генерал ҡылысының аныҡ күсермәһе. Ул саҡта генералдар тап ошондай ҡорал менән парадта ҡатнашҡан. Ҡылыс ГОСТ буйынса эшләнгән, бөтә нескәлектәр ҙә иҫәпкә алынған. Хәнйәр ысын ҡылысҡа оҡшаған, ҡын художестволы зауыҡ менән биҙәлгән, биҙәктең темаһы — Шайморатовтың тормошо.
«Минең Өфөлә дуҫтарым бик күп, шул иҫәптән республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев, — ти Златоустағы «Никон» художестволы әйберҙәр яһау фабрикаһы директоры Николай Новиков. — Бер көндө Илшат Ислам улы миңә легендар кавалерия генералы Миңлеғәле Шайморатов хаҡында һөйләне һәм уның иҫтәлегенә ҡылыс яһарға тәҡдим итте. Материалдарҙы өйрәнгәндән һуң уның, ысынлап та, легендар кеше булғанын, йырҙар сығарыуға һәм һәйкәл ҡуйыуға лайыҡ икәнен аңланым. Шуға ҡылысты эшләргә кәрәк тигән фекергә килдем».
Эшкә тотонор алдынан эскизын бик оҙаҡ әҙерләгәндәр, архивтарҙа техник документация эҙләгәндәр. Ҡылыс эскизының авторы — фабрика рәссамы Алексей Павлючков. Ҡылыс 1940 йылғы ГОСТ-ҡа ярашлы яһалған.
Тулыраҡ мәғлүмәтте «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1166863-mastera-sozdali-edinstvennuyu-v-mire-sablyu-imeni-bashkirskogo-generala-shaymuratova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика