10:25 (UTC+5), 30 Мая 2018

Йәш ярымдан 3 йәшкәсә балалар өсөн пособие күләме арттырыла

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2018 йылдың аҙағына тиклем 1,5-3 йәшлек балалар өсөн пособие күләмен арттырырға ниәтләйҙәр. Дөрөҫөндә, сумма әлегә билдәләнмәгән, тип хәбәр итә «Известия». Әлеге ваҡытта әсәйҙәр ошо йәштәге балалары өсөн эш биреүсенән айына 50 һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ аҡса ала, өҫтәүенә был сумма 20 йылдан ашыу үҙгәргәне юҡ.
«Беҙгә 50 һум күләмендәге пособие менән хәлде асыҡлау бурысы йөкмәтелгән, — тип хәбәр итте Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин. — Хәтерегеҙҙәме, Дмитрий Анатольевич Медведев Дәүләт Думаһында сығыш яһағанда (2018 йылдың апрелендә) ошо пособиены асыҡларға кәрәк тигәйне. Йыл аҙағына тиклем ошо йөкләмәне тормошҡа ашырырға тейешбеҙ тип уйлайым».
Йәш ярымдан алып 3 йәшкәсә балалар өсөн түләү күләме йәш ярымғаса пособие кимәленә тап килергә тейеш, тип иҫәпләй Милли ата-әсәләр комитетының үҙәк советы рәйесе Ирина Волынец. Был иһә әсәнең декрет алдынан алған эш хаҡының 40% (ләкин 24 536,57 һумдан күберәк түгел). Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн түләү 10 меңдән кәм булмаҫҡа тейеш. Ошо сумма йәшәү минимумына яҡын — 11 163 һум.
Ғилми-тикшеренеү финанс институтның социаль өлкә финанстары үҙәге етәксеһе Олеся Феоктистова һәр эш биреүсе 10 меңгә яҡын пособие түләй алмай тип иҫәпләй, шуға уның фекеренсә, йәшәү минимумы дәүмәлендәге яңы пособиены аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн генә билдәләргә кәрәк, түләүҙәрҙе дәүләт үҙ өҫтөнә алырға тейеш.
Әлегә, Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1,5-3 йәшлек бала тәрбиәләгән ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә 3 мең һум күләмендә республика субсидияһы түләнә. Муниципалитеттарҙа ла үҙҙәренең ярҙам саралары бар.
http://www.bashinform.ru/news/1166456-razmer-posobiya-na-rebenka-v-vozraste-ot-polutora-do-trekh-let-budet-uvelichen/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика