04:15 (UTC+5), 30 Мая 2018

Иң мөһим көн: бөгөн Башҡортостанда 18 мең тирәһе 11-се класты тамамлаусы математика буйынса БДИ тапшыра

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостандың сығарылыш уҡыусылары өсөн иң мөһим көндәрҙең береһе – улар математика буйынса база кимәлендәге берҙәм дәүләт имтиханын яҙа. Был аттестат алыу өсөн уңышлы тапшырыуҙы талап иткән ике мотлаҡ фәндең береһе.
Имтихан иртәнге сәғәт 10-да башлана, ул 3 сәғәт дауам итә. 17,8 мең кеше өсөн 112 имтихан уҙғарыу пункты асыҡ була, тип мәғлүмәт бирҙеләр республиканың Мәғариф министрлығында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны уңышлы тапшырыу һынауҙар исемлегендә математика булмаған юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу мөмкинлеге бирә.
БДИ-ла ҡатнашыусылар база һәм профиль кимәлен дә тапшыра ала.
Быйыл бөтә БДИ тапшырыу пункттары ла аудиторияларҙа шифрланған электрон йөрөтөү ҡулайламаһынан имтихан материалдарын баҫтырып сығарыу технологияһына күсте. Ул БДИ-ның мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тағы ла күтәрергә мөмкинлек бирә.
Бөтә имтихан ҡабул итеү пункттарында ла имтиханды уҙғарыу барышын Башҡортостан Республикаһында Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡтың йәмәғәт күҙәтеүселәре һәм вәкилдәре күҙәтә.
Сығарылыш уҡыусылары киләһе имтиханды 1 июндә тапшыра, ул математика була (профиль кимәле).
http://www.bashinform.ru/news/1166202-glavnyy-den-v-bashkirii-okolo-18-tysyach-odinnadtsatiklassnikov-segodnya-sdayut-ege-po-matematike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика