12:31 (UTC+5), 29 Мая 2018

Өфө «Утты туҡтат!» халыҡ-ара автоуҙышын ҡабул итә

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Авиалесоохрана» идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, апрелдә Рәсәйҙә «Утты туҡтат!» янғынға ҡаршы федераль мәғлүмәт кампанияһы башланды. Ул халыҡҡа урманда һәм уның тирәһендә ҡоро үлән яндырыуҙы тыйыу һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында мәғлүмәт еткереүгә йүнәлтелгән.
Автоуҙыштың төп маҡсаты — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, һаулыҡ, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеүгә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү һәм көсөн берләштереү.
26 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандан старт алған II «Мәскәү – Владивосток — Токио» халыҡ-ара автоуҙышы Владивостокка Көнсығыш иҡтисади форумына 5-13 сентябрҙә килеп етә.
Автоколоннаның күп көнлөк туҡталыштары күҙалланған ҙур һәм бәләкәй ҡалалар исемлегенә Түбәнге Новгород, Ульяновск, Тольятти, Һамар, Өфө, Екатеринбург, Төмән, Омск, Новосибирск, Барнаул, Таулы Алтай, Киселевск, Кемерово, Красноярск, Иланский, Зима, Иркутск, Моты, Зактуй, Яңы Энхалук, Улан-Удэ, Чита, Чернышевск, Сковородино, Шимановск, Благовещенск, Биробиджан, Хабаровск, Уссурийск, Хасан, Находка, Владивосток инә.
Рәсәй Президенты иғлан иткән Ирекмән йылында «Авиалесоохрана» идаралығының парашют-десант хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре төбәк властарының янғынға ҡаршы сараларында ҡатнаша, урындағы халыҡ, волонтерҙар менән авиция янғын хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бынан тыш, уҙышта ҡатнашыусылар фотокүргәҙмәләрҙә Себер һәм Алыҫ Көнсығыш биләмәһендә утлы стихия менән көрәште сағылдырған уникаль фотоһүрәттәрҙе күрһәтергә, төрлө программаларҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. «Рәсәйҙә Ирекмән йылы» программаһы төбәктәрҙә халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыу сараларын, шул иҫәптән урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау өлкәһендә, ирекмәндәр хәрәкәтен популярлаштырыуҙы һәм граждандарҙы волонтер акцияларына ылыҡтырыуҙы, ирекмәндәрҙең ҡаҙаныштарына һәм уңыштарына иғтибарҙы йәлеп итеүҙе үҙ эсенә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1165867-ufa-primet-mezhdunarodnyy-avtoprobeg-ostanovi-ogon-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика