07:26 (UTC+5), 29 Май 2018

Беренсе Вьетнам космонавы «Красноусол» шифаханаһында ял итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Беренсе Вьетнам космонавы Фам Туан «Красноусол» шифаханаһында ял итә, һауыҡтырыу процедураларын үтә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.
– Быйыл йәй Башҡортостан-Вьетнам дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу сиктәрендә республикаға беренсе Вьетнам космонавы Фам Туан килергә тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Ул беҙҙең «Красноусол» шифаханаһында ял итә һәм һаулығын нығыта. Күп кенә космонавтар йыһанға осҡандан һуң ошо шифаханала ял итә, сәләмәтлеген тергеҙә. Шуға беҙ Фам Туанды көтәбеҙ.
Фам Туан – беренсе Вьетнам космонавы. 1979 йылда ул «Интеркосмос» совет программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған. Әҙерлек үткәндән һуң, 1980 йылдың июлендә «Союз-37», «Союз-36» караптарында һәм «Салют-6» станцияһында осошта ҡатнашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1165504-pervyy-vetnamskiy-kosmonavt-otdokhnyet-v-sanatorii-krasnousolsk/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика