15:25 (UTC+5), 29 Мая 2018

Башҡортостан делегацияһы «Һаулыҡ йорто-2018» Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Ошо көндәрҙә Кисловодск ҡалаһында «Һаулыҡ йорто-2018» Бөтә Рәсәй форумы бара, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Форумда республика шифахана-курорт кластерын «Янғантау», «Красноусол», «Яҡтыкүл», «Йәшел сауҡалыҡ», «Ассы», «Ҡарағай», «Йоматау», «Танып», «Талҡаҫ» кеүек учреждениелар таныштыра.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форумдың тәүге көнөндә пленар ултырыш уҙҙы. Унда Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сығыш яһаны. Вице-премьер республиканың рекреацион тармағын үҫтереү йүнәлештәре һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа шифахана-курорт ялының роле хаҡында һөйләне.
«Ғалимдар мәғлүмәттәренә ярашлы, өс йылға бер тапҡыр шифаханала ял итеү ғүмерҙе 5-6 йылға оҙайта, сирләү кимәлен кәметә, – тине Салауат Сәғитов. – Беҙ 2024 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереүгә ынтылабыҙ. Шифаханала һауыҡтырыу ялы – ошо маҡсатҡа ирешеүҙең реаль механизмы».
Вице-премьер һүҙҙәренсә, республика яңы шифаханалар төҙөүгә инвестициялар йәлеп итергә ниәтләй. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, яңы шифаханалар потенциалы ике мең самаһы урын тәшкил итә. Әле төбәктә бөтәһе 44 шифахана эшләй, уларҙың унауһы – дәүләттеке. 2017 йылда уларҙа 400 мең кеше ял иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1165611-bashkirskaya-delegatsiya-prinimaet-uchastie-vo-vserossiyskom-forume-zdravnitsa-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика