06:20 (UTC+5), 28 Мая 2018

Башҡортостанда никахтың нисәнсе йылында балалар тыуа – статистика

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала балаларҙың күпселеге никахы теркәлгән ғаиләләрҙә тыуа – 82,5 процент.
Шул уҡ ваҡытта иң көслө репродуктив осор бергә ғүмер итеүҙең тәүге биш йылына тура килә. Атап әйткәндә, балаларҙың 26,1 проценты никахтың тәүге йылында тыуа. 38,4 проценты бер-дүрт йыл тәжрибәгә эйә ғаиләләргә тура килә.
Былтыр Башҡортостанда бөтәһе 49315 бала тыуған. Ул 2016 йылға ҡарағанда 11,3 процентҡа аҙыраҡ. Шулай итеп, 2017 йылда төбәктә 25483 малай һәм 23832 ҡыҙ донъяға килгән. Башҡортостанда мең ҡыҙға уртаса 105-107 ир бала тыуа.
Былтыр тыуғандарҙан 37,8 проценты – беренсе сабыйҙар. Икенсе булып тыуғандарҙың өлөшө 40,1 процент тәшкил иткән, өсөнсө һәм артабанғы тыуымдар 22 процентҡа артҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда Башҡортостанда балаларҙың 17,3 проценты никахһыҙ ғаиләләрҙә донъяға килгән.
http://www.bashinform.ru/news/1164298-na-kakom-godu-braka-v-bashkirii-rozhdayutsya-deti-statistika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика