03:40 (UTC+5), 28 Мая 2018

28 майҙа Башҡортостандағы сығарылыш уҡыусылары география һәм информатика буйынса беренсе БДИ-ны тапшыра

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башланып киткән эш аҙнаһы берҙәм дәүләт имтиханының төп осорона башланғыс бирҙе. Дүшәмбе, 28 майҙа кисәнге уҡыусыларға география һәм информатика буйынса беренсе берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу тора. Ә инде ике көндән, 30 майҙа, математика буйынса – база кимәле – мотлаҡ имтихан үтә.
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн республикала 112 пункт: 98-е – мәктәптәрҙә, 9-ы өйҙә – инвалид балалар өсөн, 5-һе – колониялар биләмәһендә әҙерләнгән. Дәүләт имтиханы үтәсәк аудиторияларҙа икешәр видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан тапшырыу пунктына ингәндә мотлаҡ рәүештә металл детекторы булырға тейеш.
Башҡортостанда быйыл бөтәһе 18 396 сығарылыш уҡыусыһы. Бөтә 11-се класты тамамлаусылар рус теленән һәм математиканан ике мотлаҡ имтихан тапшыра. Тағы 9 фән – һайлау буйынса. Сығарылыш уҡыусыларында бер нисә йыл инде йәмғиәтте өйрәнеү фәне ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Өлкән класс уҡыусылары йыш һайлаған фәндәр араһында икенсе урында – физика. Быйыл өсөнсө урында – биология.
Бөгөн БДИ-ла ҡатнашыусылар яҙған фәндәр – география һәм информатика популяр предметтар рәтенә инмәй. Имтихандар иртәнге сәғәт 10-да башлана. Республикала уларҙың нисек үткәне тураһында «Башинформ» һуңғараҡ хәбәр итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1164846-28-maya-vypuskniki-bashkirii-sdayut-pervyy-ege-po-geografii-i-informatike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика