Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2018, 15:48

2 июндә республиканың ҡайһы райондарында һабантуйҙар уҙа

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда тәүге һабантуйҙар гөрләне. Был шәмбелә, 2 июндә, һабан байрамын республиканың 19 районында уҙғарыу күҙаллана.
Шулай итеп, ошо шәмбелә һабантуй Ағиҙелдә, шулай уҡ Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарында ойошторола.
Республикала һабантуйҙар үткәреү графигы менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1165161-v-kakikh-rayonakh-bashkirii-2-iyunya-proydut-sabantui-/
Читайте нас: