10:06 (UTC+5), 25 Мая 2018

Республикала «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» индергән тәжрибәләр исемлеге киңәйә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Республикаһы һәм Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был уҙған йылдың июнендә төҙөлгән үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙе тулыландыра. Документҡа республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡул ҡуйҙы.
Килешеү «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» проекты сиктәрендә республикала индерелгән уңышлы тәжрибәләр исемлеген киңәйтә. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы шуларҙың береһен – Свердловск өлкәһе тәҡдим иткән «1 000 лифт» губернатор программаһын тормошҡа ашыра башлаған да инде.
Ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә «Передышка» төркөмө (терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған инвалид балаларҙы реабилитациялау һәм уларҙың ата-әсәләрен ярҙам итеү) кеүек проекттарҙы, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә дәүләткә ҡарамаған тәьминәтселәрҙе йәлеп итеүҙе, «Агрополис» (йәштәр фермер хужалыҡтарын һәм агросәнәғәт комплексында мәғлүмәт-консультация биреүҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу) һәм «Ирекмән картаһы» йәштәр-социаль проектын ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» – граждандарға Рәсәй төбәктәрен социаль-иҡтисади үҫтереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре һәм башланғыстары конкурсы йомғаҡтары буйынса асыҡланған дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү тәжрибәләре йыйылған онлайн-майҙансыҡ ул.
Әлеге ваҡытта «Дөрөҫ ҡарарҙар магазины» 43 донор төбәк ҡатнашлығында 77 әҙер ҡарарҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостандан уға «Һәр йортҡа, һәр фатирға – янғын тураһында иҫкәрткән ҡоролма», «Стартаптар автобусы» һәм социаль йүнәлешле «100-ҙө ал, 20-не кире ҡайтар» тәжрибәләре индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1163717-v-bashkortostane-rasshiryaetsya-perechen-vnedryaemykh-praktik-magazina-vernykh-resheniy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика